“Уңайлы мөхит” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә семинар-кәңәшмә

Өфөлә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм йәмәғәт контроле механизмы үҫеше буйынса дәүләт органдары вәкилдәренең Башҡортостанда 2011-2020 йылдарға “Уңайлы мөхит” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә семинар-кәңәшмәһе үтте. Был сара “Факел” инвалидтар ойошмаһы башланғысы буйынса ойошторолдо. Унда “Ирекле хәрәкәт (Уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса йәмәғәт эскперттары мәктәбе)” программаһы хаҡында һүҙ барҙы. Ижтимағи мөхиттең мөмкинлектәре сикләнгәндәргә генә түгел, хәрәкәтләнеү буйынса ауырлыҡ кисергән өлкән йәштәгеләргә, балалар коляскаһы этеп йөрөүсе атай-әсәйҙәргә лә уңайлы булырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Теге йәки был оъекттың – кибеттең, дауахананаың, йорттоң ҡайҙа урынлашыуын күрһәтеүсе мәғлүмәт булдырыу эшен яйға һалыу хаҡында ла һүҙ барҙы.
“Йәмәғәт тикшереүе һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Быйыл республика буйынса 400-ҙән ашыу халыҡ күпләп йөрөгән урынды тикшерҙек һәм урындағы власть органдарына тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт иттек. Муниципалитеттарҙың беҙгә ярҙамға ашығыуы ҡыуаныслы хәл”, ‒ ти “Факел” ойошмаһы рәйесе, фехтование һәм теннис буйынса Рәсәй паралимпия ағзаһы, коляскала ултырыусы инвалид Марат Йосопов.

“ШОҢҠАР” журналы
Гөлшат Ҡаһарманова
 
Добавить комментарий
Новости Башкортостана
В Уфе состоялись торжества в честь 100-летия Башкортостана
23 марта в Государственном концертном зале «Башкортостан» состоялись торжественное собрание и праздничный концерт, посвящённые 100-летию образования ...

Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 25 марта 2019 года
В понедельник, 25 марта 2019 года, в 10.00 смотрите прямую трансляцию оперативного совещания в Правительстве Республики Башкортостан.

Радий Хабиров: «Мы верим, что новое столетие станет «золотым веком» республики»
23 марта в Государственном концертном зале «Башкортостан» врио Главы региона Радий Хабиров выступил на торжественном собрании, посвящённом 100-летию ...

Рекомендуем