“Софи” спектакле

11, 12, 18 һәм 19 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәгендә Екатерина Сергеева һәм Гүзәл Дәүләтова пьесаһы буйынса ҡуйылған “Софи” спектакле уйналасаҡ. Спектаклде “Статус” инклюзив халыҡ театры сәхнәләштерә. 
“Статус” – йәш театр. Әммә улар хәҙер икенсе сәхнә әҫәре әҙерләй. Унда мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, һау-сәләмәт кешеләр ҙә, профессиональ актерҙар ҙа һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша.
Спектаклдәге күренештәр беҙҙең көндәрҙе сағылдыра. Ваҡиғалар Голландияла бара. Хәтерен юғалтҡан йәш ҡатын Софи хәлле генә голланд ғаиәлһенә барып эләгә. Яйға һалынған тормош, уны яртып торған ире, улы бар. Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк? Әммә йәш ҡатын бәхетһеҙ. Һәм бер осрашыу уның тормошон баштүбән әйләндерә. Үткән һәм бөгөнгө араһында көрәш башлана. Төп роолдәрҙә - М. Йоспов, Р. Нафиҡов, Г. Дәүләтшина. Софи нимәне һайлар: үткәненә ҡайтырмы, әллә бөгөнгөһөн яҡыныраҡ күрерме? Был һорауға яуап үҙе үк ҡуйыусы режиссер булған һәм төп ролде лә үҙе башҡарған Гүзәл Дәүләтованың әҫәрен күргәндән һуң мәғлүм булыр. Тормошто, тормоштағы һәр яңылыҡты яратып ҡабул иткән кешегә сиктәр юҡ бит. Бик күп еңеүҙәр яулаған мөмкинлеге сикләнгән спротсы МаратЙосопов был юлы сәхнәлә үҙен тағы ла ышаныслыраҡ тотор, уның актерлыҡ һәләте нығыраҡ асылыр. 
Тимәк, тамашасыға был тарихты ғына түгел, инклюзив театр актерҙарының ижади мөмкинлектәрен күреү ҙә ҡыҙыҡлы булыр. 
Спектакль 18.00 сәғәттә башлана. 
Адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17
Әйткәндәй, бында мөмкинлеге сикләнгәндәргә бар йәһәттән дә уңайлы мөхит булдырылған. 
Тулыраҡ мәғлүәмт буйынса 89639020404 телефонына мөрәжәғәт итегеҙ.

“ШОҢҠАР” журналы
Гөлшат Ҡаһарманова

 
Добавить комментарий
Новости Башкортостана
Александр Сидякин: Мы ждем талантливую молодежь в проекте «Лидеры Башкортостана»
В республике набирает темп первый этап конкурса «Лидеры Башкортостана». 25 июня Руководитель Администрации Главы Республики Башкортостан Александр ...

Перед Правительством России поставлен ряд задач по развитию технологий в области искусственного интеллекта
Президент Российской Федерации Владимир Путин отметил важность развития технологии искусственного интеллекта, которая позволяет принимать быстрые ...

В КоАП РФ включены новые составы административных правонарушений в области охраны окружающей среды
Президент Российской Федерации Владимир Путин подписал закон, вводящий в КоАП РФ следующие составы административных правонарушений.

Рекомендуем